Район-ҡалаларҙа халыҡ йыйындары тамамланды

Бөгөн район-ҡалаларҙа урындағы башланғыстарҙы яҡлау республика программаһында ҡатнашыуға халыҡ йыйындары тамамланды. Бәйге шарттарына ярашлы, муниципаль берәмектәр тарафынан конкурс документацияһы 11 мартҡа тиклем әҙер булырға тейеш.

Һайлап алыу этабына заявкалар 13 апрелгәсә ҡабул ителә. Ишембай районының һәр ауыл биләмәһендә йыйылыштар уҙғарылып, йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар билдәләнде. Халыҡ юлдарҙы төҙөкләндереү, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөү, урамдарҙы яҡтыртыу кеүек мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡҡан.

Этҡол ауылы биләмәһендә йәшәүселәр программала алтынсы йыл рәттән ҡатнаша. Быйыл программа ярҙамында үҙәкләштерелгән һыу үткәргес торбаларҙы яңыртыу планлаштырылған.

Фото №1 - Район-ҡалаларҙа халыҡ йыйындары тамамланды

Гөлназ Хәйбулллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ