Бөгөн «Көнбайыш экспрессы» поезы беренсе рейсҡа сыҡты

Яңы күсмә составтың хәрәкәтенә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров старт бирҙе. Экспресс көн һайын киске сәғәт 7 тула 2 минутта юлға сығып Өфө-Приют маршруты буйынса йөрөйәсәк. Заманса электр транспорты менән Рәсәйҙә тәүге ҡатын-ҡыҙ машинист идара итте.

«Көнбайыш экспресс»ы Бәләбәй районындағы ҡасабаға 3 сәғәттә барып етә. Был, элекке хәрәкәт ваҡыты менән сағыштырғанда, бер сәғәткә кәмерәк. Электропоезд 4 вагондан тора, урындар 361 кешегә иҫәпләнгән. Поезд маршрутында Дим, Шишмә, Дәүләкән, Раевка, Шафран һәм Аксаков туҡталыштары бар. Билет хаҡы – 466 һум.

«Көнбайыш экспресс»ын сафҡа индереү – Башҡортостанда тиҙ йөрөшлө поездар системаһын үҫтереүҙең бер этабы. Быға тиклем 2021 йылдың апрелендә Өфө-Күмертау маршрутындағы «Көньяҡ экспресс» йөрөй башлағайны.

Сентябрҙән халыҡ «Орлан» рельс автобусында Ырымбурға тиклем бара ала. Киләсәктә Өфө-Белорет маршрутын хеҙмәтләндерәсәк «Көнсығыш экспрессын»да сафҡа индереү көтөлә.

Фото №1 - Бөгөн «Көнбайыш экспрессы» поезы беренсе рейсҡа сыҡты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ