“Башҡортостан” милли паркы хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр биләмәләге һыу ҡоштарын иҫәпләгән. Ағиҙел йылғаһында, Йомағужа һыуһаҡлағысы тирәһендә 200-ҙән ашыу өйрәк һәм өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған башҡа төр ҡоштар ҡышлай. Нөгөш һыуһаҡлағысында ла ҡоштар ҡалған. Социаль селтәрҙә уларҙың фотоһүрәттәре менән дә уртаҡлашҡандар. Ошо көндәрҙә Рәсәй төбәктәрендә лә “Һоро муйын” акцияһы үтә. Белгестәр һыу ҡоштарын һанай.







