Өйҙә ҡалырға һәм үҙаллы дауаланмаҫҡа

Республикала коронавирус йоҡтороусылар арта. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, үткән тәүлектә 982 кешелә “ковид-19” инфекцияһы асыҡланған, 18 кеше вафат булған. Пандемия башланғандан алып, сирлеләр һаны 133 меңдән ашты. Әле дауаханаларҙа 200-ҙән ашыу кеше ята, уларҙың 42-һе ауыр хәлдә, 3 пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Өй шарттарында 6 мең 369 кеше дауалана.  Ауырыуҙарҙың күбеһе 60 йәштән өлкәндәр.

“Ковид-19” диагнозы ҡуйылған осраҡта нимә эшләргә? Өфөнөң Дим биҫтәһе ҡала клиник дауаханаһы баш табибы Фәнил Шәмиғолов кәңәштәре.

Санитар-гигиена талаптары тураһында ла оноторға ярамай. Табип-инфекционист Фәғилә Ҡотлоғужина әйтеүенсә, йәмәғәт урындарында мотлаҡ битлектә булырға кәрәк.

Өйҙә ҡалырға һәм үҙаллы дауаланмаҫҡа

Республика Ситуация үҙәгенең телефоны: 8 (347) 218-19-19. Шылтыратыуҙар көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә.

Берҙәм бәйләнеш телефоны: 122.

Табиптарҙың кәңәштәрен ошонда ла уҡырға була:

Фото №1 - Өйҙә ҡалырға һәм үҙаллы дауаланмаҫҡа
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ