Башҡортостандан Себерҙә эшләп йөрөүселәр янғында зыян күргән

Башҡортостандан Ханты-Мансы автономиялы округында вахта ысулы менән эшләп йөрөүселәр йәрәхәттәр алған.  ТАСС агентлығы хәбәр итеүенсә, Сорғот районындағы ятҡылыҡта газ шартлаған. 4 кешенең тәне бешкән. Улар Башҡортостан һәм Мари Эл республикалары граждандары. Йәрәхәтләнеүселәр дауаханаға оҙатылған, ғүмерҙәренә хәүеф юҡ, хәлдәре уртаса, тип  хәбәр итәләр  Юграның  Һаулыҡ  һаҡлау департаментынан.

Фото №1 - Башҡортостандан Себерҙә  эшләп йөрөүселәр  янғында зыян күргән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ