«Урмансылар ишек аса»

Республика өсөнсө йыл рәттән Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Урман хужалығы эшмәкәрлеген күрһәтеү маҡсатында ойошторолған сара 10 февралдән 30 мартҡа тиклем дауам итә.

Фото №1 - «Урмансылар ишек аса»

Башҡортостанда акция урман хужалығы министрлығы, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Өфө урман-техник техникумы, Республиканың Урман музейы, Өфө лимонарийы менән берлектә ойошторола. Уның сиктәрендә мәктәп уҡыусылары менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, студенттар менән тематик фекер алышыуҙар уҙғарыу ҡаралған. Бөгөн урман музейында мәктәп уҡыусылары өсөн бай йөкмәткеле экскурсия ойошторолдо. Акцияның маҡсаты шулай уҡ үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе Урман хужалығы тармағына йәлеп итеү. Эстафета артабан Өфө урман-техник техникумына тапшырылды.

Авторы: Фәниә Юланова

Волна
Акции БСТ