Үткән аҙнала ғына операторҙар көнүҙәк һорауҙарға бәйле 31 меңгә яҡын шылтыратыу ҡабул иткән. Был ғәҙәттәгенән 4 тапҡырға юғары. Республика башлығы белдереүенсә, операторҙар һанын күбәйтергә кәрәк, сөнки һәр кем ваҡытында яуап алырға, консультация үтергә тейеш.
Бының өсөн студент-ординаторҙар, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре эшкә йәлеп ителәсәк. Амбулатор ярҙам, ПЦР-тест тапшырыу, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын астырыу һәм башҡа һорауҙар менән экранда күрһәтелгән телефон һандары аша шылтыратып яуап алырға мөмкин.
Республикалағы ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге көн һайын иртәнге сәғәт итәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.
Әлфинә Килдейәрова




