«Беҙҙең хәстәрлек» проекты пандемияның бишенсе тулҡынында мохтаждарға ярҙамға ашыға. Хәйриә акцияһына билдәле сәхнә йондоҙо Зәйнетдин, Дәүләт Думаһы депутаттары һәм ирекмәндәр ҡушылды. Киләһе «Ҡыҙыл ылау» 8 февралдә ойошторола.
Берҙәм Рәсәй партияһының кол-үҙәгендә Зәйнетдин тура бәйләнештә шылтыратыуҙар ҡабул итте. Кол-үҙәккә килгән шылтыратыуҙар буйынса мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыласаҡ.
Республика буйынса бөтәһе 250 автоирекмән ауыр хәлдәге сирлеләргә, мохтаждарға һәм ҡараусыһыҙ ҡалғандарҙа ярҙам ҡулы һуҙҙы. Хәйриә акцияһына Өфөнән генә 100 автоирекмән үҙ теләге менән ҡушылды.
60 адрес буйынса бер ниндәй ярҙамһыҙ ҡалған өлкән быуын вәкилдәренә йылы аш, мохтаждыҡ кисергән 187 кешегә аҙыҡ-түлек тупланмаһы тапшырылды. Өфө эшҡыуары Гүзәл Нуретдинова хәйриә акцияһында автоирекмән булараҡ ҡатнашты.
Гүзәл Борханова







