Видеоконференция режимында уҙған сираттағы «Транспорт сәғәте»ндә ойошманың уҙған йылдағы эш һөҙөмтәләре барланды һәм киләсәккә бурыстар билдәләнде. Предприятие етәксеһе Надир Самиев әйтеүенсә, былтыр республика төбәктәрендәге автобустар менән 104 миллион кеше файҙаланған.
Һуңғы ике йылда «Башавтотранс» паркы ҙур һыйҙырышлы 943 яңы автобус менән тулыланған, бынан тыш, коллектив көсө менән 269 техника яңыртылған. 2021 йылда ойошма Башҡортостан ҡаҙнаһына бер миллиард һумдан ашыу һалым күсергән.
«Транспорт сәғәте»ндә шулай уҡ Өфө урамдарын ремонтлау тураһында ла һүҙ барҙы. Радий Хәбиров бүленгән сығымдарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу бурысын ҡуйҙы.
Илдар Байбулатов




