Алдағы өс йылда Рәсәй Президенты стипендияһын алыусылар исемлеге билдәләнде

Матди ярҙамға республиканың иҡтисадты модернизациялау буйынса алдынғы проекттар төҙөгән 12 йәш ғалимы эйә булды. Улар араһында нефть һәм газ сәнәғәтендә һөҙөмтәлелекте арттырыу, дарыуҙар эшләү, яман шештәрҙе асыҡлау йүнәлешендә фәнни эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүселәр бар. Йәш ғалимдарҙы ҡеүәтләү саралары Башҡортостанда ла күрелә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

ДНК күҙәнәктәренә реактивтарҙан махсус шыйыҡса һалғандан һуң, пробиркалар анализға ебәрела. ПЦР-тест һөҙөмтәһендә айырым кешенең яман шештәрҙең үҫешен сикләүсе генында мутация булыу-булмауы асыҡлана.

Башҡорт дәүләт университетының генетика һәм фундаменталь медицина кафедраһы доценты Наталья Екомасова һөт һәм түллек биҙҙәре яман шешенең нәҫелдән килгән формаларын тикшереп, уларҙың төрлө этник төркөмдәрендәге мутацияларын тикшерә. Йәш ғалимдың фәнни тикшеренеүҙәре ғәмәлдәге тест-системаларын һәм һөт биҙҙәре шешен иҫкәртеү сараларын камиллаштырырға ярҙам итәсәк.

Үҙебеҙҙең тикшереүҙәрҙә беҙ төрлө төбәктә йәшәүсе популяцияларҙа иң йыш осраған һөт һәм түллек биҙҙәре шеше мутацияларын теркәйбеҙ. Онкология ауырыуҙарын дауалауҙа ваҡыт ҙур роль уйнай. Тәжрибә һөҙөмтәләре табиптарға яман шеште тиҙерәк иҫкәртергә ярҙам итәсәк.

Наталья Екомасова, БДУ-ның генетика һәм фундаменталь медицина кафедраһы доценты

Йәш ғалимә фәнни тикшеренеүҙәре өсөн Рәсәй Президенты стипендияһына лайыҡ булды. Башҡортостанда йәмғеһе 12 йәш тикшеренеүсе аҡсалата ярҙамға эйә булды. Улар араһында химик яңы төр яғыулыҡ уйлап тапҡан Ришат Әминев та бар. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре, яғыулыҡ файҙаланыуға индерелгәс, ҡанатлы ракеталарҙың осоу ҡеүәте 20-30 процентҡа артыуын күҙаллай .

Рәсәй Президенты стипендияһы 22 мең 800 һум тәшкил итә. Аҡсалата премия 35 йәше тулмаған ғалимдарға 3 йыл дауамында түләнә. Йәш белгестәрҙе матди ҡеүәтләү саралары Башҡортостанда ла ҡаралған.

Рәсәй Президенты стипендияһы, һис шикһеҙ, әүҙем фәнни эшмәкәрлеккә этәргес булып тора. 2021 йылда ғына конкурсҡа 3 меңгә яҡын ғариза тапшырылған, шуларҙың 445-е хупланған.

Фото №1 - Алдағы өс йылда Рәсәй Президенты стипендияһын алыусылар исемлеге билдәләнде

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ