Түбәнге Балтас ауылы халҡы тыуған төйәген төҙөкләндереүгә 5 миллион һум аҡса йәлеп иткән

Тәтешле районының Түбәнге Балтас ауыл биләмәһе халҡы урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса республика бюджетынан 5 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп итә алған.

Урында йәшәүселәр был проектта 2016 йылдан алып еңеү яулай. Был ваҡыт эсендә урамдар тәртипкә килтерелә, янғын һүндереү машинаһы өсөн йылытыла торған гараж төҙөлә, трактор һатып алына.

Түбәнге Балтас ауыл советына йәмғеһе мең ярымдан ашыу кеше йәшәгән 11 ауыл ҡарай. Быйыл Дубовка ауылы халҡы трактор өсөн бесән сапҡыс, арба һатып алыу инициативаһы менән сығыш яһай. Техника ауыл биләмәһенә ҡараған һәр ауылы халҡына хеҙмәт итәсәк.

Фото №1 - Түбәнге Балтас ауылы халҡы тыуған төйәген төҙөкләндереүгә 5 миллион һум аҡса йәлеп иткән

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ