Республика ауылдарында электр селтәрҙәре яңыртыла. Былтыр был маҡсатта Хөкүмәт ҡарары менән Иглин, Оло Тәләк һәм Таутөмән ауылдарында иҫкергән электр селтәрҙәрен реконструкциялауға 43 миллион һум күләмендә аҡса йүнәлтелгән.
Иглин ауылы Мерәҫ микрорайонының Буденный урамында йәшәүселәр үҙгәрештәрҙе өс тиҫтә йыл дауамында көткән. Электр селтәрҙәре дәүләт ҡарамағындағы унитар предприятие «Республика электр селтәрҙәре» нә күсерелгәс, иҫкереп бөткән ағас бағаналарҙы тимербетондарына, алюминийҙы сип сымдарына алмаштырыу эше күҙгә күренеп йәнләнгән. Иглиндә электр тәьминәте менән бәйле өҙөклөктәргә юл ҡуйылмай.
Электр селтәрҙәрен алыштырыу менән ауыл урамын яҡтыртыу мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителә. Быға тиклем иҫкереп бөткән ағас бағаналарҙа электр лампочкалары булмауы арҡаһында, урында йәшәүселәргә яҙлы-көҙлө ҡараңғы урамдарҙан йөрөргә тура килгән. Хәҙер был проблемалар артта ҡалған.





