Ишембай районында «Минең милли ризығым» тип исемләнгән флешмоб үтте

Быйылғы сара утыҙҙан ашыу мәктәп уҡыусыларын берләштерҙе. 8-10-cы синыфтарҙа белем алыусылар милли аш-һыу серҙәренә төшөндө, бишбармаҡ, сәк-сәк, бауырһаҡ, ғөбәҙиә бешерергә өйрәнде.

Ҡаланың 15-cе мәктәбендә лә флешмобты күтәреп алдылар. Ашнаҡсылар уҡыусыларға бәрәмәс әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Төрлө рецепттар менән таныштырҙы. Шулай уҡ сара сиктәрендә милли ризыҡтарҙан мул өҫтәл әҙерләнде, самауыр сәйе ҡуйылды.

Фото №1 - Ишембай районында «Минең милли ризығым» тип исемләнгән флешмоб үтте

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ