Хәйбулла районы Подольск ауылында үҫмерҙәр араһында хоккей турниры үтте

Уйын көсөргәнешле барҙы, дүрт команда беренселек өсөн көс һынашты. Һөҙөмтәлә Бүребай ауылы мәктәбе уҡыусылары еңеү яуланы. Спорт сараһы сиктәрендә иң яҡшы һөжүм итеүсе, һаҡсы һәм ҡапҡасы ла билдәләнде. Уларға диплом, миҙалдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Әйткәндәй, Подольскиҙа хоккей турниры икенсе йыл рәттән ойошторола, ул Чечняла хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Ришат Кәримов иҫтәлегенә үтә. Уйынды ҡарарға мәрхүмдең яҡындары ла саҡырылды.

Фото №1 - Хәйбулла районы Подольск ауылында үҫмерҙәр араһында хоккей турниры үтте

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ