Футбол буйынса Рәсәй чемпионатына һанаулы көндәр ҡалды

Яҙғы стадияға әҙерлек сиктәрендә «Өфө» клубы был көндәрҙә Төркиәлә контроль уйындар үткәрә. Кисә яҡташтарыбыҙ Сербияның «Пролетер» клубы менән осрашты. Көсөргәнешле уйын Башҡортостан вәкилдәре файҙаһына 3:2 иҫәбе менән тамамланды.

Дәғүәселәр ҡапҡаһына туптарҙы Гамид Агаларов, Александр Саплинов һәм Филип Мрзляк индерҙе. Киләһе иптәштәрсә матчты «Өфө» футболсылары 5-се февралдә Латвияның «Лиепая» командаһына ҡаршы үткәрә.

Фото №1 - Футбол буйынса Рәсәй чемпионатына һанаулы көндәр ҡалды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ