Былтырғы йәй Туймазынан 10 йәшлек Илназ Дәүләтовтың тормошон тулыһынса үҙгәртә. Малайҙар трансформатор будкаһы янында футбол уйнай. Илназ яңылыш ҡына тимер корпусҡа ҡағыла. Уны ток һуға. Табиптарға малайҙың ҡул суҡтарын ҡырҡырға тура килә. Әле Илназ тулы тормош алып барырға өйрәнә. Ул күптән түгел спорт блогеры менән осрашҡан. Танылған футболсылар Илназ тураһында ишеткәндән һуң, уға Интернет аша изге теләктәр еткерә. Артем Дзюба, Константин Марадишвили, Георгий Джикия һәм комментатор Нобель Арустамян малайға йылы һүҙҙәр әйткән. Спортсылар уны уйындарҙы ҡарарға саҡырған. Илназ Инстаграмда блогын булдырған. Ул Интернет ҡулланыусыларҙы тормошо һәм үҙе уйнаған компьютер уйындары менән таныштыра. Юлдашта тормош ауырлыҡтарына осрап физик момкинлектәре сикләнгән, әммә күңел ҡанаттары һынмаған замандаштар тураһында "Ҡанаттар" тип аталған махсус тапшырыу асылды. Уның сираттағы сығарылышын 9 февраль 11 сәғәт 15 минутта тыңлағыҙ.







