Республикала коронавирус йоҡтороусылар һәм грипп менән ауырыусылар арта. Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Айнур Бирғәлин мосолмандарҙы сирҙән һаҡланырға һәм мәсеткә йөрөмәй торорға саҡыра.
2 апрелдә Рамаҙан айы башлана, ул 2 майға тиклем дауам итә.








