Бөйөк Ватан һуғышы, Афған һәм Чечен һуғышы ветерандары ҡатнашлығындағы осрашыу музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре сығышы менән үрелеп барҙы. Ватанға һөйөү, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған концертҡа Афған һуғышы ветерандары ла ҡушылды.
Егерме йылдан ашыу республикала уңышлы эшләп килгән «Ватан» вокал-музыка ҡоралдары төркөмө сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ойоштороусылар билдәләүенсә, саралар шәлкеме тик бының менән сикләнмәй. Яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика мәктәптәрендә «Ҡаһарманлыҡ дәрес»тәрен уҙғарыу күҙаллана.





