Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты руханиҙарҙы дәүләт власы органдары һәм башҡа күҙәтеү ойошмаларының коронавирус таралыуға юл ҡуймау буйынса талаптарын теүәл үтәргә саҡыра. Ошоға бәйле Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың күрһәтмәһендә өлкәндәр һәм балалар өсөн йәкшәмбе курстарын мөмкин тиклем дистанцион уҡыу режимына күсерергә кәңәш ителә.
Шулай уҡ дини объекттарға ингәндә ҡударҙы дезинфенкциялау, битлектәр кейеү, термометрия уҙғарыу һәм социаль дистанция һаҡлауҙы тәьмин итеү бурыстары билдәләнгән.
Коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр Өфө епархияһында ла индерелгән. 27 ғинуарҙан епархияға ҡараған барлыҡ йәкшәмбе мәктәптәре һәм йәштәр ойошмалары онлайн-форматҡа кү-серелгән. Техник мөмкинлектәр булмаған ерҙә дәрестәр эпидемиологик хәл яҡшырғансы туҡтатылған.
Гөлдәриә Йосопова







