Бөгөн Башҡортостанда 25 мәктәп дистанцион уҡыу форматына күсте

Башҡортостанда бөгөн тағы ла 25 мәктәп COVID-19, киҙеү һәм киҫкен респираторлы вируслы инфекцияларының таралыуы сәбәпле, дистанцион уҡыу форматына күсте. Әлеге ваҡытта республикала 445 мәғариф учреждениеһында уҡыуҙар онлайн режимда алып барыла.

Бушап ҡалған мәктәп. Коридорҙағы тынлыҡты ярып уҡыу кабинеттарынан тик уҡытыусы тауышы ғына ишетелә. Ул дәресте балаларға онлайн форматта аңлата. Бөгөн лицей уҡыусыларының 20 процентҡа яҡыны ауырып киткәнгә, мәғариф учреждениеһы дистанцион уҡыуға күсергә ҡарар иткән.

Рауил Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһы ла бөгөндән ситтән тороп уҡыуға күсте. Дистанцион формат 10 февралгә тиклем дауам итер тип көтөлә. Уҙған аҙнала балаларҙың күпләп сирләүе сәбәпле, 44 синыфтың 29-ы дәрестәргә йөрөй алмаған.

Уҙған аҙнанан республикала 12 йәштән 18 йәшкәсә үҫмерҙәргә коронавирусҡа ҡаршы привиҫка яһау ойошторола башланы. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәтттәренә ярашлы, «Спутник М» препаратын биш йөҙгә яҡын уҡыусы яһатҡан.

Коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны мин аҙна-ун көндән эшләтергә уйлайым. Минеңсә, прививка яһатыу кәрәктер. Ул үҙеңде генә түгел, яҡындарыңды ла сирҙән аралай. Ниндәй ҙә булһа имеш-мимештәргә ышаныу дөрөҫ булмаҫ.

Никита Шелдыбаев, 6-сы синыф уҡыусыһы

Өлкәндәргә килгәндә, прививка ҡаҙатыусылар күрһәткесе 89 процентҡа еткән. Халыҡты вакциналау дауам итә.

Фото №1 - Бөгөн Башҡортостанда 25 мәктәп дистанцион уҡыу форматына күсте

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ