Уҙған төндә Башҡортостандағы янғындар өс кешенең ғүмерен өҙгән

Фажиғәле хәлдәрҙең береһе Благовещен районы Һынны ауылында теркәлгән. Шәхси йортта ут сығыуы һөҙөмтәһендә 58 йәшлек хужа һәм уның ярҙамға килгән иптәше вафат булған.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, мәрхүмдәр спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан. Тағы ла бер үлемесле янғын Миәкә районы Садовый ауылында сыҡҡан. Был юлы 66 йәшлек ҡатын ут ҡорбанына әүерелгән.

Фото №1 - Уҙған төндә Башҡортостандағы янғындар өс кешенең ғүмерен өҙгән

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ