Чиновниктар һөнәрен алмаштыра...

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан 2013 йылдан үткәрелгән проект йәштәргә эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын арттырыу маҡсатын ҡуя. Был юлы проектҡа Башҡортостандың тарифтар буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Светлана Бурдюк ҡушылып, йәшелсә үҫтереүсе һөнәрен үҙләштерҙе. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Алексеевка совхозында 11 330 гектар майҙанда алты төрлө гибрид-сортлы ҡыяр үҫтерелә. Һәр гектар теплицаны 14 йәшелсә үҫтереүсе хеҙмәтләндерергә тейеш. Әммә улар 12. Республиканың тарифтар буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Светлана Бурдюк «Чиновник һөнәрен алмаштыра» проектына ҡушылып йәшелсә үҫтереүсе һөнәрен үҙләштерҙе, совхоз эшселәренә ҡыяр йыйырға һәм ҡаптарға тултырырға ярҙам ҡулы һуҙҙы.

Бындай ожмахҡа тиң урында эшләүе үҙе бер кинәнес. Хеҙмәт шарттары яҡшы: таҙа, йылы, арыманым кинәнеп эшләнем. Ҡулдарымдан ҡыяр еҫе килеп тора. Кешеләрҙең өҫтәлендә йәшелсәләр булыуы бик мөһим. Йәштәр был хужалыҡҡа килеп, йәшелсә үҫтереүсе һөнәре буйынса эшкә урынлаша ала. Эш хаҡы ла лайыҡлы - 35 мең һумдан башлана, ҡыҙыу миҙгелдә илле меңгә етә.

Светлана Бурдюк, Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты етәксеһе

Теплицала айына гектарынан йөҙ тонна ҡыяр алалар. Һыу һибеү, минераль ашламалар менән туйындырыу тулыһынса автоматлаштырылған. Яҡтылыҡ та нормативтарға тап килтереп ҡулланыла. «Беҙ етештергән гибридттар транспортировкалауҙа ла уңайлы, улар яҡшы форманы тота»,ти «Чиновник һөнәрен алмаштыра» проектында остаз булараҡ сығыш яһаусы Өлфәт Моханов. Ике тиҫтә йылға яҡын агроном һөнәре буйынса эшләүсе белгес, йәшелсә үҫтереүселәр беҙгә күпләп эшкә килгәндә, табышлыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк эшләргә мөмкин тигән фекерҙә.

Проект старт алғандан алып туғыҙ йыл эсендә эшсе һөнәрҙәренең абруйын арттырыуҙа ике тиҫтәнән ашыу дәүләт хеҙмәткәре, ведомство етәкселәре, депутаттар ҡатнашҡан.

Кәрәкле проект аша, етәкселәр үҙҙәре лә төрлө цехтарҙа физик эштәргә тотоноп, йәштәргә өлгө күрһәтә, профориентацияла ҡатнаша.

Фото №1 - Чиновниктар һөнәрен алмаштыра...

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ