Иглин районында «Журналистика мәктәбе» проекты старт алды

Мәктәп «Иглин хәбәрҙәре» гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре башланғысында булдырылған. Журналистика мәктәбе уҡыусылары интервью алырға, төрлө форматта текстар яҙырға өйрәнә. Йәштәрҙе журналистика һөнәре нескәлектәренә төшөндөрөүгә республика мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре лә йәлеп ителә. Өфө Матбуғат йорто һәм Телеүҙәккә экскурсиялар ҙа планлаштырылған.

Уҡыу барышында һәр бер ҡатнашыусы үҙенә портфолио туплаясаҡ. Һуңынан журналистика факультетына уҡырға ингәндә, тупланма ярҙам итә ала. Беҙҙең матбуғатҡа профессионалдар талап ителә. Киләсәктә улар беҙҙең гәзиткә эшкә килер, тигән өмөттәбеҙ.

Анна Фролова, «Иглин хәбәрҙәре» гәзите баш мөхәррире
Фото №1 - Иглин районында «Журналистика мәктәбе» проекты старт алды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ