Иҫтәлекле датаға арнап Өфөнөң Ботаника баҡсаһында махсус кисә үткәрелде.
Сарала ҡатнашыусылар Башҡортостан район-ҡалаларынан тыш, Рәсәйҙең төрлө тәбәктәренән дә килгәйне. Ислам динен тотоусы гүзәл заттар яулыҡтың ҡатын-ҡыҙ тормошондағы әһәмиәтен баһаланы. Хиджаб кейеү йылдан-йыл йәштәр араһында ла популярлыҡ яулай. 240 кеше сарала онлайн ҡатнашты.
Осрашыуға килгән ҡатын-ҡыҙҙар яулыҡ ябынып йөрөүселәрҙең эшкә урынлашыу мәсьәләһендә ҡаршылыҡтарға осрауын да иғтибарға алды. Сығыш яһаған спикерҙар яулыҡ ябынып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарға хоҡуҡи консультациялар бирҙе. Күптәр халыҡ-ара хиджаб көнөнөң йәшеллек ҡосағында уҙғарылыуы ла тәрән мәғәнәгә эйә тип билдәләне. Гүзәл заттарҙы уларҙы уратҡан матурлыҡ донъяһын тағы ла сағыуыраҡ тәҫтәргә биҙәне.
Гүзәл Борханова







