Хәйбулла районы Таштуғай ауылында «Ҡышҡы балыҡсылар» ярышы уҙғарылды

Таналыҡ йылғаһында ойошторолған сарала ике тиҫтәгә яҡын кеше көс һынашты, ҡатнашыусылар араһында Ырымбур вәкилдәре лә булды. Биләмәлә палаткалар ҡоролдо, мәкеләр уйылды.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса билдәләнгән ваҡытҡа иң күп балыҡ ҡармаҡлаусы тип Альберт Байбулатов танылды. Сара сиктәрендә гүзәл заттар ҡаҙанда балыҡ һурпаһын да әҙерләгәйне. Тәбиғәт ҡосағында өҫтәл ҡоролдо, самауыр сәйе ҡуйылды.

Фото №1 - Хәйбулла районы Таштуғай ауылында «Ҡышҡы балыҡсылар» ярышы уҙғарылды

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ