Электр трансформаторына менеп 10 мең вольтлы токка һуғылған малай блогерлыҡты үҙләштерә

Быға тиклем беҙҙең телеканалда Туймазы районы Балтай ауылында йәшәүсе Илназ Дәүләтов тураһында репортаж сыҡҡайны. Ул юғары вольтлы конструкцияға эләккән тупты алам тип ҡулһыҙ ҡалғайны. Илназ күптән инде реабилитациялар үтеп өйөнә ҡайтҡан. Тик тормаҫ малай ай-ти технологиялар серҙәренә төшөнә. Ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Аяҡ бармаҡтары менән компьютерҙы тоҡандырып ҡына түгел клавиатурала яҙырға ла өйрәнгән. Сайт эшләүсе ҡатмарлы ҡушымталар телен Илназ яҡшы аңлай. Әле ул Интернет селтәренә үҙенең шөғөлдәре, көндәлек эштәре тураһында мәғлүмәт тултыра.

Тәүҙә яйлап ҡына яҙа инем хәҙер өйрәнеп бөттөм инде. Шулай уҡ ютуб, инстаграмда һөйләргә ояла инем. Бер аҙ ваҡыт үткәс, кире интернетҡа сығырға ҡарар иттем.

Илназ Дәүләтов

Дуҫтары менән уйнап йөрөгән Илназ Дәүләтов былтыр йәй электр трансформаторына эләккән тубын алам тип , 10 мең вольтлы токка һуғыла. Табиптар малайҙың ҡул суҡтары ныҡ зарарланыуын асыҡлай, шуға күрә уны апмутациялау ҡарар ителгән. Унан һуң Дәүләтовтар ғаиләһен оҙайлы реабилитация, протездар әҙерләү көтә. Әйткәндәй, 3 миллион һумдан ашыу торған протездарҙы эшләтеү өсөн аҡсаны тап интернет селтәре ҡулланыусылары, артистар, беҙҙең мәрхәмәтле телевизор ҡараусылар йыйырға ярҙам иткән.

Малайҙың социаль селтәрҙә блог асыуына әсәһе ыңғай ҡарашта. Ләкин уҡыуҙы ла оноторға ярамай. Быйылғы уҡыу йылынан алып Илназ өйҙә генә ултырып белем ала. Уның атаһы, математика уҡытыусыһы Марат Дәүләтов хәҙер инде бар фәндәр уҡытыусыһына әйләнгән.

Илназдың шәхси блогында яҡтыртылған темаларҙың береһе – футбол. Был шөғөл ярҙамында ул профессиональ футболистар менән дә таныш. Аргентина уйынсыһы Лионель Мессиның сәләм ебәреүен шатланып хәтергә ала. Ә февраль аҙағында "Зенит" командаһы Илназды Санкт-Петербургта үтәсәк матчҡа саҡырған.

Съемка ваҡытында йәш блогерға 10 меңенсе кеше яҙылыу билдәле булды. Ләкин иң мөһиме яҙылыусылар һаны түгел, ә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, үҙеңдә көс табып һәр көнгә ҡыуанып йәшәүҙә.

Фото №1 - Электр трансформаторына менеп 10 мең вольтлы токка һуғылған малай блогерлыҡты үҙләштерә

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ