Уға ярашлы Пугачев, Рыленко урамдарында реконструкция үткәреләсәк. 2 саҡрым ярымлыҡ төп юл дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеләсәк, ике кимәлдә үткәүел төҙөү күҙаллана. Транспорт инфраструктураһындағы үҙгәрештәргә автоһәүәҫкәрҙәр әҙерме? Мәсьәләне БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова асыҡлыҡ индерҙе. Был хаҡта тулыраҡ киләһе репортажда.
Пугачев урамының башҡалаға ингән һәм сыҡҡан урынында иртәле-кисле транспорт ағымы көслө. Был үҙ сиратында ҙур тығындар һәм юл-транспорт ваҡиғаларына килтергән төп сәбәп. Бөгөн М -5 трассаһына илткән магистралдә көсөргәнеште кәметеүҙе хәл итеү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Яҙлы-көҙлө ҡар һыуҙары баҫыуҙан ыҙаланыусылар Пугачев урамының ремонтҡа ябылыуын күптән көтә.
Пугачев урамын ремонтлау осорона «Лента» гипермакеты артынан урау юл төҙөләсәк. Ваҡытлыса урау юлда светофорҙар, яҡтыртыу бағаналары һәм автобус туҡталыштары урынлаштырыу ҡаралған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Транспорт министрлығы алдында Пугачев, Рыленко урамдарында реконструкция үтеүгә бәйле аныҡ бурыстарҙы билдәләне.
Пугачев урамындағы юлды дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеү күҙаллана. Юлға яҡын урынлашҡан участкаларҙа биналарҙы алыу эше Өфө ҡала хакимиәтенә йөкмәтелә.
Евгений Кулешов, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең юл һәм ҡоролмалар төҙөлөшө, ремонты буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары
Юлды киңәйтеү ике этапта башҡарыла. Тәүгеһендә Сочи менән Ағиҙел урамдары араһында ремонт үткәргәндә транспорт хәрәкәте туҡтатылмай, юл киңәйтелеп ике метрға күтәреләсәк. Икенсе этапта Ағиҙел менән Бородин урамдары араһын төҙөкләндергәндә транспорт урау юлдан йөрөйәсәк. Күсемһеҙ милек объекттарын, ерҙе юл киңәйтеүгә күсереү конкурс процедураларын үткәргәндән һуң башҡарыласаҡ.
Өфөнөң «Көньяҡ ҡапҡалары» проекты сиктәрендә йәйәүлеләр өсөн дә уңайлыҡтар ҡаралған – тротуарҙар, велосипедта йөрөү һәм йүгереү өсөн юлдар төҙөү күҙаллана. 2023 йылға тиклем урау юлдан йөрөү мөмкинлеге булдырыла.
Пугачев урамында оҙаҡ тығындарҙа йонсоған халыҡ бер төптән юлдың киңәйтелеүенә ыңғай ҡараш белдерә. Автомобиль хужалары ла иркен һәм тығындарһыҙ юлдарҙан йөрөр өсөн, ремонт барышында ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар кисереп торорға ла риза.
Гүзәл Борханова




