Был 2021 йылдағынан ике тапҡырға күберәк. Зарланыусылар һаны артыуы хужаһыҙ эттәрҙе үлтереүҙе тыйған федераль закон көсөнә инеүе менән аңлатыла. Был мәсьәлә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ҡаралды. Башҡортостан муниципаль берәмектәр берлеге етәксеһе Вилорий Угаров һөйләй.
Быйыл Өфөлә хужаһыҙ эттәрҙе аулау өсөн "Актив" компанияһы яуаплы. Көнөнә 50 эт аулайҙар. Улар Бөрөләге приютҡа оҙатыла. Әммә был учреждение 300 эткә генә иҫәпләнгән, яңы приюттар кәрәк. Компания етәксеһе Альбина Долматова шулай тип белдерҙе.
Республикала 150 мең эт иҫәпләнә, уларҙың 100 меңенең хужаһы юҡ, урамда йөрөйҙәр.







