1 миллион 700 мең гектарҙа бойҙай һәм ҡуҙаҡлы, 500 меңгә яҡын гектарҙа техник культуралар сәсеү ҡарала. Уҙған йылғы ҡоролоҡто иҫәпкә алып, яҙғы баҫыу эштәре осоронда дымды дөрөҫ файҙаланыу буласаҡ уңышҡа ҙур йоғонто яһай, тип белдерәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Республикала быйыл яҙғы сәсеүгә күберәк аҡса талап ителә. Кампания 19 миллиард һумға барып баҫа. Был сумма былтырғынан 3 миллиардҡа күберәк.




