Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы 13 мең 890 һум булды. Башҡортостанда уға Урал коэффициенты өҫтәлде, бынан тыш эш биреүселәр һәм профсоюз ойошмалары менән минималь сумманы тағы арттырыу тураһында килешелгән. Башҡортостанда айлыҡ түләү ошо сумманан кәм булмаҫҡа тейеш.




