Башҡортостан яңы инвестиция проекттары системаһын индереүгә әҙер

 Республика хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров Рәсәй премьер-министры урынбаҫары Андрей Белоусов етәкселегендә үткән кәңәшмәлә ҡатнашты. Унда яңы инвестиция стандартын ҡабул итеү темаһы ҡаралды. Андрей Назаров белдереүенсә, яңы стандарт инвестицияларҙы арттырыу өсөн яңы мөмкинлек бирә. Инвесторҙарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Дәүләт органдары һәм  бизнес вәкилдәре алып барған  эш системаға һалына. Яңы стандарт быйыл 30 төбәктә ҡабул ителә, 2024 йылға бөтә төбәктәрҙә ғәмәлгә ашыра башлау маҡсаты ҡуйыла.

Фото №1 - Башҡортостан яңы инвестиция проекттары системаһын индереүгә әҙер
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ