Бейегән кеше бай була. Республикала “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. “Быйыл ижади ярышҡа 15 йыл тула. Беренсе һайлап алыу турын онлайн ойошторорға ҡарар иттек”, - тип белдерҙе беҙҙең радиоға интервьюла проект авторы, “Ҡурай” телеканалы етәксеһе Рита Өмөтбаева.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте социаль селтәрҙә табырға була.







