Республикала ваҡытынан алда матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды. “Икенсе ярты йыллыҡҡа беҙҙең баҫмаға ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин”, - ти “Йәшлек” газетаһы баш мөхәррире Артур Дәүләкбәков.
Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы март аҙағына тиклем дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт баҫмаларҙың рәсми сайтында һәм социаль селтәрҙә.







