Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙә 2 мең ярымдан ашыу студент һәм ординатор ҡатнаша. Мәҫәлән, ординаторҙар беренсе звеноға, шулай уҡ стационар һәм ковид-госпиталдәргә эшкә урынлаштырылған. Йәш белгестәрҙең бер төркөмө ашығыс медицина ярҙамы станцияһында эшләй. Наҙгөл Ҡолдәүләтова ординатор профпатолог, әле ул Өфөнөң 43-сө поликлиникаһында участка терапевы.
Илүзә Корнилова ординатор-теш табибы. Ул баш ҡаланың 9-сы стоматология поликлиникаһында эшләй. “Ауырып киткән коллегаларыбыҙ бар. Көстәрҙе берләштерҙек. Халыҡты ғәҙәти тәртип буйынса ҡабул итәбеҙ”, ти йәш белгес. “Бындай ҡатмарлы осорҙар оператив ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтә. Тиҙлекте һәм оҫталыҡты арттыра”, ти ул.
Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары Ситуация үҙәгендә лә эшләй.







