Республикала изоляцияла булыусыларға һәм өлкән йәштәгеләргә волонтерҙар ярҙам итә. Балтас районында “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең “Беҙҙең хәстәрлек” проекты 100-ҙән ашыу кешене берләштерә. Бөгөн ярҙам акцияһы барышын урындағы телевидение хәбәрсеһе Айҙар Сираев яҡтыртты. Ул “Юлдаш” радиоһы өсөн репортаж әҙерләне.





