Сибайҙа һары ҡар яумаясаҡ. Бысраҡ ҡар өсөн яуаплы ойошмала фильтрҙар алмаштырылған һәм лабораторияла тикшереү үткәрелгән. Завод ҡайтанан эшләй башлаған. Яҡын арала белгестәр һауаға бүленеп сыҡҡан матдәләрҙе яңынан тикшерергә ниәтләй, тип белдерҙе Республика менән идара итеү үҙәге белгесе Ильяс Сәғитов.







