2017 йылда Башҡортостанда тыуым һәм үлем кимәле түбәнәйеүе күҙәтелгән

Дөйөм алғанда, үлем 4 процентҡа аҙайған. Былтыр уртаса ғүмер оҙонлоғо 71 йәшкә еткән. Был хаҡта бөгөн Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығының коллегия ултырышында билдәләнде. Йыл дауамында мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса 1500 ЭКО процедураһы эшләнгән. Һуңғы биш йылда аборттар һаны 26 процентҡа түбәнәйгән. Фельдшер-акушер пункттары төҙөлөшөнә 80 миллион һум аҡса бүленгән.

Республикала өс кешегә йөрәк, өс кешегә бауыр һәм ҡырҡҡа яҡын бөйөр күсереп ултыртылған.

Фельдшер-акушер пункттары төҙөү өсөн 80 миллион һум аҡса бүленгән. Йыл аҙағында дүрт төбәктә һәм күптән түгел Бөрө, Балтас райондарында модулле фельдшер-акушер пункттары файҙаланыуға тапшырылған. Телемедицина ярҙамында үҙәк район дауаханалары менән бәйләнеш яйға һалына һәм төрлө кимәлдәге белгестәрҙең консультациялары ойошторола. Бөтә медицина ойошмаларына һәм уларҙың структур бүлексәләренә - участка дауаханаларына, табип амбулаторияларына тиҙ Интернет үткәрелә. Был маҡсатта федераль сығымдар бүленә, былтыр 94 , быйыл 136 объект донъяуи селтәргә тоташтырылған. Күп кенә федераль проекттар уңышлы эшләп килә, мәҫәлән, «Һаҡсыл поликлиника» моделе. Ул баш ҡалала ике һәм Белорет, Күмертау ҡалаларындағы учреждениеларҙа пилот программаһы рәүешендә старт алды. Былтыр ғинуарҙан поликлиникаларҙа «Асыҡ регистратура» проекты старт алды. 2017 йылда Рәсәйҙә медицина ойошмалары хеҙмәттәрен бойондороҡһоҙ баһалау буйынса 85 субъект араһында Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау беренсе урын алған.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева