Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында ҡалған табиптар һәм шәфҡәт туташтарына рәхмәт белдерҙе. Был турала төбәк етәксеһе үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.
Уның билдәләүенсә, бынан ике йыл элек республикала коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек режимы индерелгәндән алып, мәкерле сиргә ҡаршы 14 мең табип һәм 36 мең шәфҡәт туташы үҙ-үҙҙәрен аямай көрәшә.
Республикала бөгөн дә коронавирус менән сирләүселәрҙең артыуы күҙәтелә. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, республиканың һаҡлыҡ һаҡлау системаһы дауалауға мохтаждарҙы ҡабул итергә әҙер – мөмкинлектәр 10 мең ковид койкаға иҫәпләнһә, бөгөнгә 2300 урын йәйелдерелгән.
Республика башлығы шулай уҡ был аҙнала төбәктә ковидҡа ҡаршы көрәштә өҫтәмә саралар күрелеүе, шул иҫәптән поликлиникаларҙың эш көнө оҙайтылыуы үҙ һөҙөмтәһен биреүен билдәләгән һәм һәр кемде үҙ һаулығына иғтибарлы булырға саҡырған.
Гөлдәриә Йосопова




