Коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ныҡлы тыл туплана

Йыл башынан ғына Башҡорт дәүләт медицина университеты республиканың дауалау-профилактика учреждениеларына өс меңдән ашыу студент һәм ординаторҙы ярҙамға йүнәлткән.

Омикрон таралып, сирҙең бишенсе тулҡыны башланыуға бәйле, поликлиникаларға көсөргәнеш артыуы күҙәтелә. Шуға өҫтәмә кадрҙар, йәш белгестәргә лә ихтыяж юғары. Ҡыҙыл зонаға инергә ҡурҡмаған ҡыйыу быуын тураһында киләһе яҙма.

Наҙлыгөл Ҡолдәүләтова былтыр ноябрҙән алып Өфөнөң 43-cө поликлиникаһында ауырыуҙарҙы ҡабул итә. Башҡорт дәүләт медицина университетының беренсе йыл ординаторы участка терапевы булараҡ тәжрибә туплай.

Йәш белгес билдәләүенсә, эш күләме ҙур. Консультация ойоштороуҙан тыш, өйгә саҡырыуҙар буйынса ла йөрөй. Һуңғы аҙнала сир көсәйеүгә бәйле халыҡтан мөрәжәғәттәр артҡан. Табипҡа көнөнә иллегә яҡын адрес буйынса үтергә тура килә.

Амбулатор ярҙам артынан сират. Поликлиника етәкселеге билдәләүенсә, коронавирус башланғанға тиклем осор менән сағыштырғанда, бөгөн аҡ халатлыларға төшкән көсөргәнеш ун тапҡырға артҡан. Медицина учреждениеһында сир таралыуға юл ҡуймау өсөн таҙа һәм ҡыҙыл зоналар билдәләнгән. Штатта 165 табип. Белгестәр ал-ял белмәй коронавирус менән көрәштә алғы һыҙыҡта.

Поликлиникаға практикаға Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары ла ебәрелгән. Улар башлыса документ эштәре менән мәшғүл, «Ҡыҙыу линия» телефоны аша килгән мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итәләр.

Беҙҙе киҫкен эпидемиологик хәлгә бәйле республиканың төрлө медицина учреждениеларына ярҙамға ебәрҙеләр. Мин үҙем беренсе курста уҡыйым, бала саҡтан табип булырға хыялландым. Поликлиникаға практикаға килеү менән йылы ҡаршы алдылар. Ҡатмарлы осорҙа табиптарға оло терәкбеҙ.

Ксения Горяйнова, Башҡорт дәүләт медицина университетының 1-се курс студенты

Коронавирус башланыу менән республика дауалау учреждениеларына дүрт меңдән ашыу студент практикаға ебәрелгән. Йәш быуын уҡыуҙың тәүге көнөнән үк һаулыҡ һаҡлау системаһында эшләүҙә оло тәжрибә ала. Әйткәндәй, 31 ғинуарҙан поликлиникаларҙың эш режимы үҙгәртелде, хәҙер халыҡ иртәнге һигеҙенсе яртынан киске унға тиклем ҡабул ителә.

Фото №1 - Коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ныҡлы тыл туплана

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ