Сибайҙа буласаҡ ковид-госпиталдең каркасын ҡороу тамамлана

Төҙөлөш тулы ҡеүәтендә бара. Объекттың нигеҙе ике аҙна элек һалынһа, бөгөн төҙөлөш майҙанында барлыҡ корпустарҙың да тимер конструкцияларын йыйыу тамамлана. Бер үк ваҡытта биналарҙы тыштан йылытыу эше алып барыла.

Эшселәрҙең бер өлөшө корпустарҙың ҡыйығын ябыуға тотонған. Артабан биҙәү эштәре башлана. Биналарға шулай уҡ электр уты үткәреү, елләтеү ҡоролмалары ҡуйыу эштәре башҡарыласаҡ. Объектта барлығы 250-нән ашыу кеше эшләй.

Фото №1 - Сибайҙа буласаҡ ковид-госпиталдең каркасын ҡороу тамамлана

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ