Коронавирус менән бәйле һуңғы ике йылдағы ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, Башҡортостан иҡтисады тергеҙелә һәм үҫә. Уҙған йылда төбәктең сәнәғәт етештереү индексы 107,5 процентҡа артып, Рәсәйҙең уртаса күрһәткесенән 2,2 процентҡа ашып киткән.
Һуңғы тиҫтә йылдағы максималь һандар артында эшселәрҙең, предприятиелар етәкселәренең һәм республика Хөкүмәтенең оло хеҙмәте ята. «Беҙҙең сәнәғәт етештереү индексы дәрәжәһе – ҡабул ителгән сараларҙың әһәмиәтлеген күрһәткән мөһим индикатор, тип билдәләгән Башҡортостан башлығы.
Атап үткәндә, улар инвестиция һәм сәнәғәт сәғәттәре, эре холдингтар менән ведомство-ара комиссиялар, еңел һәм урман сәнәғәте комплекстарына ярҙам итеү буйынса күп кенә программалар, республика сәнәғәтте үҫтереү фондының һөҙөмтәле эш алымдары. Әйткәндәй, ул Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министрылығы линияһы буйынса беҙҙең предприятиелар өсөн уңайлы кредиттар йәлеп итә.
Башҡортостан ойошмалары «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ла әүҙем ҡатнаша. «Беҙ был программаны ғәмәлгә ашырыу буйынса илдә өсөнсө урында. Күрһәткестәр лайыҡлы, артабан да алға барабыҙ, барығыҙға ла рәхмәт!» – тигән республика етәксеһе.
Илдар Байбулатов




