Былтыр республиканың тупланма бюджетының килем өлөшө 11 процентҡа артҡан

Һәм 290 миллиард һум тәшкил иткән. Сығымдар өлөшө 2020 йылдағыса 299 миллиард һум кимәлендә ҡалған. Был турала республика Хөкүмәтендә онлайн режимда уҙған кәңәшмәлә әйтелде.

Ултырышта Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, коронавирус инфекцияһы шарттарында илдең күпселек төбәктәре бюджет ҡыйынлыҡтары кисереүен билдәләне. 2020 йылда республика бюджетының һалым килеме 12 проценҡа кәмегән. Әммә былтыр иҡтисад тармағы үҫеш күрһәткестәренә сыға алған.

Былтыр республика иҡтисады әкренләп тергеҙелә башаны. Алдағы 2020 йыл менән сағыштырғанда, уҙған йыл республикала иҡтисади үҫеш 22 проценттан ашты. Кире пандемияға тиклемге күрһәткестәргә ирешеүебеҙ ҡыуандыра. 2019 йыл менән сағыштырғанда шәхси килем 7,7 процентҡа артҡан. Былтырғы бюджет үтәлеше көсөргәнешле булһа ла, беҙ социаль әһөмиәтле бурыстарҙы тулы күләмдә атҡарыуға ирештек.

Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры

Кәңәшмәлә шулай уҡ аграрийҙарҙың майлы культураларға сығымдарын субсидиялау мәсьәләһе лә күтәрелде. Был маҡсатта 186 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Бынан тыш, ауыл эшсәндәренә мелиоратив системапар алыуға сығымдарҙың 50 проценттан ашыуы ҡапланасаҡ.

Фото №1 - Былтыр республиканың тупланма бюджетының килем өлөшө 11 процентҡа артҡан

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ