Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр меңдән ашыу автомобиль хужаһы газ-моторлы яғыулыҡ ҡоролмаһы ҡуйҙырған. Белгестәр бл күренеште дәүләт тарафынан бүленгән субсидия һәм яғыулыҡ-ҡойоу станцияларының бермә-бер артыуы менән аңлата. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин яҙмаһында.
Автомобиль ремонтлаусы слесарҙар бөгөн ауыр йөк машинаһын үҙгәртеп ҡора. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тигәндәй, улар тимер атты бер көн эсендә яңыртып та ҡуйҙы. Ғәҙәттә, бензин багын газ баллонына алмаштырыуға ике-өс көн ваҡыт китә.
Башҡортостанда 2020 йылдан алып «Газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү» программаһы сиктәрендә автомобилдәрҙе бензиндан газға күсереү сығымдары субсидиялана. Былтыр был мөмкинлек менән 1021 автоһәүәҫкәр файҙаланған. Дәүләт программаһынан тыш, яңы ҡорамалдар ҡуйы менән шөғөлләнгән ойошмаларҙан өҫтәмә ташламалар ҙа ҡаралған.
Ташлама менән бер рәттән техника хужалары «Газпром»дан ярҙам алыу мөмкинлегенә лә эйә. Уның күләме автомобилде метанға күсереү хаҡының тағы ла 30 процентын ҡаплай. Ә инде газда йөрөгән автомобиль 50 проценттан ашыу яғыулыҡты экономиялау мөмкинлеге бирә. Бынан тыш, Башҡортостан ҡануниәтенә ярашлы, транспорт һалымына ла 50 процент ташлама ҡаралған.
Әйткәндәй, уҙған аҙнала Радий Хәбиров «Газпром» акционерҙар йәмғиәтендә үткән ведомство-ара комиссия ултырышында газ-ҡойоу станциялары төҙөү мәсьәләһен күтәреп сыҡҡайны. Әле республикала бындай объекттарҙың иҫәбе 4 тиҫтәнән ашыу. Киләсәктә уларҙы арттырыу бурысы ҡуйыла, сөнки ихтыяж арта. Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн дә газ менән йөрөгән техника алырға ҡушты.
Былтыр көҙ Ҡырмыҫҡалы районында файҙаланыуға тапшырылған яғыулыҡ станцияһына оҡшаш объект быйыл республиканың тағы ике төбәгендә төҙөлөп бөтә.
Метанға күсеү менән бер рәттән, республикала газ ҡойоу станциялары ла арта. Мәҫәлән, Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында ғына биш объект урынлашҡан. Тәбиғи яғыулыҡҡа күскәндәргә ташламалар ҡаралыуы ла отошло. Бының өсөн аккредитация үткән сервис үҙәгенә мөрәжәғәт итеү ҙә етә.
Азат Ғәлиуллин







