15 февралдән проблемалы һаналған участкала Пархоменко урамына сығыу юлы ябыла. Тик ваҡытлыса ғына, бер айға. Сара автомобилдәрҙең үткәреү мөмкинлеген арттырыу һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн күрелә. Былтыр ғына был урында 21 юл-траспорт осрағы теркәлгән, тиҫтәләгән кеше йәрәхәтләнгән.
Ҡулсаның бер өлөшө ябылыу сәбәпле, Галле ҡалаһы исемендәге урамдан Пархоменко урамына сығырға теләүселәргә Затон күпере аша урап килеү өсөн яҡынса 10 минутта өҫтәмә 6 саҡрым артыҡ юл үтергә тура киләсәк. Юлдар киҫелешендә светофор ҡуйыу транспорт хәрәкәтен тик ҡатмарлаштырасаҡ ҡына, ти белгестәр.
Киләсәктә хәүефле участкала ике кимәлле юл үткәүеле төҙөү проблеманы хәл итер, тип көтөлә. Затон ҡулсаһындағы автомобилдәр хәрәкәтендә үҙгәрештәр әлегә тик эксперименталь рәүештә ғәмәлгә инә. Тәжрибә ыңғай һөҙөмтә биргәндә, аныҡ ҡарар ҡабул ителәсәк. Автоһәүәҫкәрҙәр араһында мәсьәлә буйынса төрлө фекерҙәр яңғырай.







