Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле Солтанат Оман иленә гастролгә йыйына

Аравия ярымутрауында урынлашҡан дәүләттә донъя халыҡтарының фестивале үтәсәк. Мәҙәни форумда Башҡортостан коллективы Рәсәй исеменән сығыш яһай. Сәфәргә тиклем мираҫтар баш ҡала тамашасыһына ҙур концерт программаһын тәҡдим итте.

Репертуарҙа халыҡтың яратып көтөп алған «Илкәйем», «Ҡул оҫталары» бейеүҙәре, «Буранбай», «Сыңрау торна» кеүек хор композициялары ла бар. Шулай уҡ өфөләр иғтибарына ике премьера сығарылды. Был сығыштар быйылғы 30-сы ижад миҙгеленең төп яңылығы , ти ижади коллектив артистары.

Фото №1 - Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле Солтанат Оман иленә гастролгә йыйына

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ