БЮТ телеканалы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан үҙенсәлекле проект башланы. Уның шарттарына ярашлы, проектта ҡатнашыусы төрлө милләт вәкилдәре шағирҙың «Туған тел» шиғырын үҙ һөйләй. шағир ижадын һөйөүселәр менән БЮТ каналының ижади төркөмө осрашты.
Шағирҙың арабыҙҙан китеүенә оҙаҡ йылдар үтһә лә, уның ижадына ҡыҙыҡһыныу кәмемәй. Рәми Ғариповтың шиғырҙары, шул иҫәптән «Туған тел» шиғыры ла тиҫтәләрсә телдәргә тәржемә ителгән. Бөгөн шағирҙың ғәзиз телен данлаусы шиғырҙары сыуаш, француз, төрөк, удмурт телдәрендә яңғырай. Башҡорт дәүләт университетының Көнсығыш телдәр кафедраһы студенты Варнель Кимпеди, мәҫәлән, таныш юлдарҙы француз теленә тәржемә иткән.
Халыҡ шағирының ҡатыны Надежда Ғарипова украин милләте вәкиле була тороп та, башҡорт телен бар нескәлектәрендә өйрәнә алған. Билдәле булыуныса, Һөйөклөһөн аптыратып, ул уға «Туған тел» шиғырын башҡортса уҡып ишеттерә. Ә бөгөн «Туған тел» шиғырын украин телендә лә ятлайҙар.
Проектта ҡатнашыусыларҙың күбеһе үҙ халҡының милли кейемдәрендә сығыш яһай. Проектты ойоштороусыларҙың маҡсаты ла төрлө халыҡтарҙы бер-береһенең рухи донъяһы, мәҙәниәте менән таныштырыу.
«Туған тел» шиғыры бөтәбеҙҙе лә берләштерә. Туған телде һаҡлау мәсьәләһе төрлө милләт кәкилдәре өсөн көнүҙәк. Айырыуса үҫеп килгән быуын туған телдәрен онотмаһын өсөн күп эшләргә кәрәк.
Әлегә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ижади төркөмө видеоматериалдарҙы эфирға әҙерләй. Проект сиктәрендә тиҫтәнән ашыу милләт вәкиле Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын үҙ телдәрендә уҡып ишеттерәсәк. Яҙмалар БЮТ каналында 11 февралдән 21-нә тиклем күрһәтелә.
Лилиә Әһлиуллина




