Башҡортостанда күп балалы ғаиләләрҙең күбеһе бушлай ер участкаһы урынына аҡса һайлай. Ҡабул ителгән законға ярашлы, ер биләмәһе, йә 250 мең һум алыу мөмкинлеге бар. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская һөйләй.
Быйыл Республикала ер биләмәһе урынына аҡсалата түләүҙәр өсөн 100 миллион һум ҡаралған.







