Әле 21 учреждениела уҡыусы балалар өйҙәрендә белем ала. Ҡаланың мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова.
Балалар баҡсаларында ауырыусыларға бәйле хәл тотороҡло. Әммә айырым төркөмдәр карантинға китә ала, тине Елена Хаффазова.
Баймаҡ ҡалаһында эпидемиологик хәлгә бәйле бөтә мәктәптәр онлайн уҡытыу тәртибенә күсерелгән. Башҡорт дәүләт, педагогия һәм аграр университеттарҙа ла студенттар өсөн лекциялар интернет аша уҡыла башланы.




