Республика парламентында ошо турала закон проекты әҙерләнде. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, ҡабул ителгән нормалар буйынса дәүләт инспекцияһында теркәлмәгән машина юлға сығырға тейеш түгел. Әммә теркәү урынына барып етеү өсөн норманы боҙорға тура килә. Шуға машина һатып алғандан һуң 10 көн номерһыҙ йөрөү мөмкинлеге закон менән нығытылырға тейеш. Проект 17 февралдә парламенттың пленар ултырышында беренсе уҡыуға сығарыла.








