Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны тағы артты

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә 1 мең 678 кешелә “ковид-19”  раҫланған. Кисә был һан 1 мең 492 ине. Пандемия башланғандан алып, 137 меңдән ашыу кеше хәүефле вирус менән зарарланған. Әле дауаханаларҙа – 249, өй шарттарында  9 мең меңгә яҡын кеше дауалана. Уларҙың күбеһе 60 йәштән өлкәндәр. Бер тәүлек эсендә 6 кешенең ғүмере өҙөлгән. Табиптар сир йоҡтормаҫ өсөн, кеше күп йыйылған урындарға бармаҫҡа тәҡдим итә. Йәмәғәт урындарында битлек кейергә кәрәк.   Республикала  прививка алырға тейешле халыҡтың 90 процентҡа яҡыны вакцина яһатҡан. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2 миллион 200 меңдән ашыу кеше иммунизацияны тулыһынса тамамлаған. Препараттың беренсе компонентын 2 миллион 400 мең самаһы кеше алған. Шулай уҡ ҡабаттан вакцина эшләтеүселәр арта. Уларҙың һаны 317 меңдән ашты. Республикала 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларҙы вакциналауҙы дауам итә. 2 меңгә яҡын балаға прививка ҡаҙалған. Әле 170 урында, шулай уҡ мобиль пункттарҙа вакцина яһатырға була. Берҙәм бәйләнеш телефоны: 122. Ковидҡа бәйле һорауҙарға Ситуация үҙәге белгестәре яуап бирә. Үҙәк көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Элемтә телефоны: 8 (347) 218-19-19.

Фото №1 - Башҡортостанда  коронавирус йоҡтороусылар һаны  тағы артты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ